

Аҙаҡ өйрәндем.
4-се Ивановка ауылында фазендам бар, Йәй буйы шундағы баҡсала балалар менән мәж киләм, Ике ейәнсәрем, ике ейәнем бар минең.
- Хөкүмәт тарафынан эшегеҙ юғары баһаланған, ә ябай халыҡ рәхмәт әйткәне булдымы?
- Ундайҙар күп. Биргән кәңәшегеҙ, дөрөҫ юл күрһәткәнегеҙ өсөн рәхмәт әйтеүселәр бихисап...
Был Рафаэль Ибәтуллиндың беҙгә былтыр сентябрь айында биргән һуңғы интервьюһынан өҙөк. Аҙаҡҡы әйткәндәренең раҫ икәнен (халыҡ рәхмәт әйтә) барыһы ла белә, мәрхүмгә төбәп яҙылған интернет киңлегендәге һүҙҙәр быны иҫбатлай. Кисә бер вазифалы кеше, был ҡайғы тураһында ишеткәс, көрһөнөп былай тине:
- Шәп кеше ине ул. Тикшереү менән килһә, бер ҡасан да кешене язалайым тип килмәне. Ҡалған тикшереүселәр штраф сәпәргә әҙер генә торалар, Рафаэль ағай, аңлайым хәлегеҙҙе, аҡсағыҙ юҡ, әйҙә, бер йыл срок бирәм, шелтәне яйлап төҙәтегеҙ тиер ине...
Бәхил бул, ағай, барыһы өсөн рәхмәт, урының ожмахтың түрендә булһын. Рафаэль Әхәт улының барлыҡ балалары-туғандарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.