

Яҡыныбыҙ асыҡ күңелле, ярҙамсыл, яҡшы кеше ине. Яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, изге кәңәштәрен биреп, йәшәргә дәрт өҫтәп, беҙгә ысын терәк-таяныс булды. Ҡәҙерлебеҙҙе һағынабыҙ, юҡһынабыҙ. Күпме генә ваҡыт үтһә лә ул барыбыҙҙың да күңелендә мәңге һаҡланыр. Уны белеүселәр ҡәҙерле кешебеҙҙең яҡты иҫтәлеген тик яҡшы яҡтан ғына беҙзең менән бергә иҫкә алһағыҙ ине.
Яҡыныбыҙҙың ҡараңғы гүрҙәре яҡты, нурлы, ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә булһын.
Юҡ, онотолмай, күңел һыҡрап илай,
Ярһып, тырнап ала йөрәкте.
Йылдар үткән һайын һағындыра,
Өҙгөләтеп инде үҙәкте.
Мәрхүмдең тормош иптәше һәм балалары.