Хәтер
9 Июль 2023, 06:52

Хәл бар кеүек ҡайтып килерлек

Йәшлеген кем һағынмай икән?

Хәл бар кеүек ҡайтып килерлекХәл бар кеүек ҡайтып килерлек
Хәл бар кеүек ҡайтып килерлек

Борон уйындар ҙа ғәләмәт була торғайны, йәштәр күп, клуб эсенә һыймай бер була торғайнылар. Етмәһә, күрше ауылдан да киләләр. Ул саҡта әлегеләй машина күп заман түгел, кемдең нисек хәленән килә, ниндәй техника таба, шулай килә. Мотоцикл - иң хутлы техника. Берәүһенә әллә нисә кеше атлана, башҡаса әмәл юҡ. Дәртенә сыҙамағандар әммә хәле мөшкөлөрәктәр, бигерәк тә, күрше ауылда һөйгәне көтһә, атҡа менә. Ат табыуы ла ҙур бәлә, бик булмаһа, яланда, тауҙа иркендә йөрөгәнде тотаһың, ҡулдан килгәнсә, бауҙан йүгән әтмәләйһең дә, саптарҙы ауыҙлыҡлайһың һәм алға - һөйөү диңгеҙенә табан.
Һуғыштар ҙа күп булды. Ни ғәләмәттер, күрше ауылдан килгән егеттәргә бәйләнеү тигәне модала ине.

Был мәҡәлә киләһе һанда гәзиттә баҫыла. 

Автор:
Читайте нас