

Инәйем байрамға тип тегеп биргән күлдәгемде кейҙем. Уны байрам көнө генә кейергә һаҡлап торҙоҡ. Күрше-тирәләргә кереп, күлдәк ҡотлатып сыҡтым.
Урамға сығып, байрам башланғанын көтә башланым. Ҡояш ҡып-ҡыҙыл булып, матур булып күтәрелеп килә. Беҙҙең Яманғол ауылы бер урам ғына. Үрге остан Закир бабай сыға ла был яҡҡа килә, уға Заһит бабай сығып ҡушыла, килә биргәс Ваһап бабайым сығып ҡушыла. Шулай итеп, ҡарттар түбән осҡа, ғәйет намаҙы уҡырға баралар. 40 аҙым атлайҙар ҙа туҡтап тәҡбир әйтәләр, шунан тағы атлап китәләр. Өй беренсә ҡарттар сығып ҡушылып тора. Беҙ, балалар, арттарынан йүгерәбеҙ. Ғәйет намаҙын йәшел үләнгә ултырып уҡыйҙар.
Беҙ күмәк инек, малайҙар ҙа, ҡыҙҙар ҙа, шым ғына ғәйет намаҙы уҡығандарын тыңлап торабыҙ. Намаҙ уҡылып бөткәс, ҡарттар ауыл яғына ыңғайлай. Унан һуң ҡорбан салалар, ҡаҙан аҫып, аш һалып ҡунаҡҡа йөрөшәләр. Ҡорбан салырлыҡ рәте булмаған кеше лә байрам сәйенә саҡырыла. Ә беҙ, балалар, ғәйет намаҙынан һуң, ауыл буйлап өй беренсә байрамсылап китәбеҙ. Кемдең нимәһе бар, шуны биреп сығаралар. Берәү ҙә һуҡранмай ҙа, асыуланмай ҙа, барыһы ла асыҡ йөҙ менән ҡаршы ала, яҡшы һүҙ менән оҙатып ҡалалар.
Бер йылды әнейем дә бер кәзәбеҙҙе ҡорбан итте. Тиреһенә бысаҡ тигеҙмәгеҙ, матурлап тунағыҙ тип, салып биреп китте ҡорбанды Закир бабай. Ул ауылыбыҙҙа мулла булып йөрөй ине. Беҙ йөнөнә йәбешеп торҙоҡ, ҡылдан нескә, ҡылыстан үткер сират күперен еңеллек менән үтер өсөн. Күршеләрҙе, туғандарҙы саҡырып ҡунаҡ йыйҙыҡ. Әрүахтарға Ҡөръән уҡыттыҡ.
"Ҡанау буйында йоҡлап, артынан ел өрөп һимерә микән был Зилә", - тип әйтә торғайны нәнәйем. Ысынлап әйтте микән, юҡ микән, белмәйем. Бәлки ысындыр, сөнки мин таҙа инем, етем аслыҡтан йонсоп үҫкән балаға оҡшамағайным. Асығып йөрөгәнемде лә хәтерләмәйем, мин бәләкәй саҡта ауырыманым. Бер ниндәй ауырыу алманы мине, ҡыҙылса ла, һыу сәсәге лә, башҡа кеше ауырыған киҙеү ҙә теймәне.
Кешеләрҙә ул заманда күҙ аурыуы, трахома күп булды, өй һайын ауырыусылар булды. Шуның өсөн күҙ дауалаусы табип ҡыҙ килде. Яңы Наҙарҙан Руша исемле ине. Иртән сумкаһын тотоп сыға ла, өй һайын кереп, күҙгә мазь һымаҡ дарыу һалып йөрөй. Әнейем менән апайымдың күҙҙәре ауырый, уларҙың күҙҙәренә мазь һылап китә. Ә минең күҙем таҙа, ауырымайым. Апайым йыш ауырый ине, ҡыҙылса менән дә ныҡ ауырыны. Әнейем уны йәлләй, уға күберәк иғтибар бүлә ине. Нишләп мин дә шулай ауырымайым икән, тип уйлай инем шул саҡта...
Зилә ТҮЛӘГӘНОВА, Яманһары ауылы
Хәтирә гәзиттең өс һанында донъя күрәсәк (инәй дәфтәрен биреп ҡайтарғайны). Бер генә әйтер һүҙ: афарин, Зилә инәй, яҙыусы ла баһа һин! Бай материалың өсөн ҙур рәхмәт!