Хәтер
18 Июль 2023, 12:24

Бала сағым хәтирәләре

(Дауамы, башы 27-се һанда баҫылды)

Бала сағым хәтирәләреБала сағым хәтирәләре
Бала сағым хәтирәләре
Март айының ҡояшлы бер көнөндә, балта тотоп, Зөләл менән Яманһары туғайына утын ҡырҡырға киттек. Зәгләтте сыҡҡас ҡышҡы юл менән барып керҙек туғайға. Ҡыш булһа, ҡар төшөү менән туғай эсенән юл һала торғайнылар. Ат менән дә, йәйәү ҙә, шул ҡышҡы юлдан йөрөлдө Яманһарыға, уҡыған саҡта ла. Туғай эсе йылы, ышыҡ ине. Юл менән барҙыҡ та, юлдан ситкә сыҡтыҡ тал ҡырҡырға, бил быуарынан ҡарға ла сумдыҡ. Күпме генә утын ҡырҡа алғанбыҙҙыр инде, һыуланып, арып ҡайтып киттек. Иртәгәһенә, Миҙхәт абзый ишек алдыбыҙға ике ат йөгө утын килтереп ауҙарҙы. Бәләкәй генә ишек алдыбыҙ тулып китте хатта, Яманһары туғайының оҙон күк талы менән. Ул саҡта Миҙхәт абзыйға рәхмәтемде тейешенсә еткерә алмағанмындыр инде. Әнейем еткергән еткереүен. Шул изгелеге өсөн ғүмерем буйы рәхмәт уҡыйым Миҙхәт абзыйға.
Сәсеү бөтөп бесәнгә төшкәнсе тиҙәк баҫыу (халыҡса әйткәндә буҡ баҫыу), тиҙәк һуғыу башалана. Тиҙәк һуғыу ҡатын-ҡыҙ эше. Өмә яһайбыҙ, кешегә ҡул алмашҡа йөрөйбөҙ. Уға ғына эшкиндек. Ә бына тиҙәкте баҫырға мотлаҡ ир-ат кәрәк, ярай бабайым булды. Ваһап, беҙ уның исемен әйтмәнек, бабай-бабайым, тип йөрөттөк. Ул беҙҙең берҙән-бер ярҙамсыбыҙ булды. Аяғына йөн ойоҡ кейә лә тиҙәктең уртаһына төшөп тора. Ике үгеҙ менән идара итә, тиҙәкте уратып үгеҙҙәрҙе өйөрөлтөп түңәрәк яһап йөрөтә. Көн эҫе, үгеҙҙәр тыңламай, баш бирмәй, мәктәп ишек алдына сығып китәләр. Күршелә мәктәп, арала кәртә юҡ. Бабайым арттарынан, тыр-тыр, тип йүгерә.
1957-се йылда совхоз иттеләр. Совхоз булғас, үгеҙҙәр урынына аттар бирҙеләр, шунан ат менән баҫа башланыҡ. Уны баҫыр өсөн һыу кәрәк, аттарҙы егеп, оҙон арбаға мискәләр ултыртып, Баһау бабай тыҡырығынан һыуға Туғыҙтимергә төшәһең, ара йыраҡ ҡына. Тиҙәкте шыйыҡларға һыу күп кәрәк. Һыуҙы мискәгә күнәк менән тултыраһың, ҡайтҡас тиҙәк уртаһына ат менән кереп һыуҙы бушатаһың.
Совхоз булғас үгеҙҙәр урынына аттар килде, тип әйткән инем инде. Беҙ үгеҙгә өйрәнгән инек. Тәртә араһына керетәһең дә, тәртәләрен күтәреп елкәһенә ҡамытын һалып, ике яҡтан заноскаларын тығып ҡуйһаң, егелгән була. Үгеҙгә дилбәгә лә кәрәкмәй, артына сыбыҡ менән һуғып бораһың. Аттарҙы беҙ белмәйбеҙ, өйрәнмәгәнбеҙ. Тиҙәк баҫҡанда һыу ташырға ике кеше кәрәк. Ат тоторға, күнәк менән һыу тултырырға. Ат тоторға малай кеше кәрәк, был эш минең ҡулымдан килмәгәс, әнейем мине малайға алмаштырҙы. Ул малай ул көндә ҡаҙ көтөргә тейеш булған, мин уның урынына киттем ҡаҙ көтөргә.
Быға тиклем ҡаҙ көтөүө булмай торғайны, кемдең башына еткәндер ҡаҙ көттөрөү. Ул көн минең өсөн мәңге онотолмаҫлыҡ көн булды...
Зилә Түләгәнова, Яманһары ауылы
Хәтирәләр тулы килеш гәзиттә баҫылды.  
Автор:
Читайте нас