Салауатым үҙе үҫтергән бынау рауза гөлө сәскә атҡан икән тим. Сәскәләренең һаны һигеҙ. Бер аҙҙан улым, китәм, тине. Әле ҡулымда тотоп ултырған бынау түбәтәйҙе кейҙерҙем, уны Күмертауҙың Тау колледжында (һалдаттарҙы оҙатҡан ер) кире сисеп бирҙе. Баяғы төшкә кергән рауза сәскәләре тураһында уйлап тик йөрөйөм, шунан көтә башланым - һигеҙ сәғәт, һигеҙ көн, һигеҙ ай... Һигеҙ ай ҙа һигеҙ көн тигәндә улымдың үлем хәбәре килде....
..Беҙ бөгөн яуҙа һәләк булған Салауат Аҡһаровтың әсәһе Лилиә апай янында булдыҡ. Беҙ уны, ул беҙҙе беләбеҙ икән, мин почтала эшләнем, "Юшатыр"ҙы алдырығыҙ тип, димләп йөрөй торғайным. Апайыбыҙҙың кәйефе көн торошона ауаздаш, берсә ихласлап көлөп ебәрә, берсә һыҡтап илай башлай, беҙҙең күҙҙәр иҙәнгә төбәлә, әйтер һүҙебеҙ юҡ.
Мәҡәлә гәзиттә тулы килеш баҫыла.