Хәтер
22 Июль 2023, 04:28

Һаман һағындыра

Бөгөн ҡәҙерле атайыбыҙ Мөҡсин Ғәриф улы БИКМАЕВтың беҙҙе мәңгелеккә ҡалдырып, фанилыҡтан баҡыйлыҡҡа күсеүенә 3 йыл тулды.

Һаман һағындыраҺаман һағындыра
Һаман һағындыра

Ул уңған, ярҙамсыл, алсаҡ, туған йәнле булды. Уны белеүселәр ҡәҙерле кешебеҙҙең яҡты иҫтәлеген тик яҡшы яҡтан ғына беҙҙең менән бергә иҫкә алһағыҙ ине. Мәрхүмебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә булһын.
Юҡ, онотолмай, иҫтә барыһы ла,
Ҡаршы алып, оҙатып ҡалғаның.
Юҡ, онотолмай, һаман һағындыра,
Әтейемдең нурлы йөҙҙәре.
Юҡ, онотолмай, күңел һыҡрап илай,
Ярһып, тырнап ала йөрәкте.
Йылдар үткән һайын һағындыра,
Өҙгөләтеп инде үҙәкте.
Мәрхүмдең барлыҡ балалары исеменән Испанияла йәшәүсе ҡыҙы Фируза.

Автор:
Читайте нас