

Үкенескә ҡаршы, ике йыл элек, 73 йәшендә, апайыбыҙ барыбыҙҙы ла оло ҡайғыларға һалып, яҡты донъянан китеп барҙы...
Ошо йылдарҙа уны уйламаған, һағынмаған көн булмағандыр. Үҙенең уңғанлығы, ҡыйыулығы, һылыулығы һәм ябайлығы менән барыбыҙҙы ла һоҡландырып йәшәне. Уның йөрәгенә лә, йортона ла бар кеше һыйҙы. Бер кемгә лә битараф булманы, ҡулынан килгәнсә барыһына ла ярҙам итте.
Исеме лә есеменә тура килгәйне шул. Фәриә - ғәрәп телендә һоҡландырғыс тигәнде аңлата. Ниндәй тапҡыр мәғәнә!
Йәшәргә лә, йәшәргә ине лә бит...
Яҙмыштарҙан уҙмыш булмай икән шул...
Күпме әйтелмәгән һүҙҙәре, тормошҡа ашмаған хыялдары, уйлаған уйҙары тороп ҡалды... Һағыш - үкенестәр йөрәктәрҙә көндән - көн көсәйә генә...
Беҙҙең өсөн ул мәңге тере!.. Ихлас йылмайыуы, йылы һүҙҙәре, нур сәсеп торған күҙҙәре - беҙҙең йөрәктәрҙә...
Тыныс йоҡла, апай!..
Өфө ҡалаһында йәшәүсе Әлфиә һеңлеһе һәм уның ғаиләһе.