

...Көйөргәҙе совхозының контораһы Ермолаевоға ҡарай ине. Үҙәк бүлексә, тип йөрөттөләр, элеккесә әйтһәк, Центральный. Бер көн, күмәкләшеп, шунда сыҡтыҡ. Сәсеүҙә йөрөгәнгә күпмелер аҡса алдыҡ. Розаның да аҡсаһын алайыҡ, ти башланы былар. Кем ҡулын ҡуйып алғандыр аҡсаһын, алып, бүлеп бирҙеләр. Мин дә алдым, алғым килмәһә лә, алдым, ҡуй, тиергә көсөм етмәне.
Бер аҙна булдыҡ унда, шунан ҡайттыҡ, мин аҡсаны йәшереп ҡуйҙым, әнейемә әйтмәнем. Бер ваҡыт әнейем ишетеп ҡайтҡан, беҙ ҡапсыҡта ятамы ни. Әнейем ипләп кенә минән һорай, һин дә алдыңмы, тип. Алған булһаң, хәҙер үк илтеп бир Гөлшатҡа тине. Гөлшат унда иң олоһо, 36-сы йылғы, ул командовать итте инде. Шулай итеп, аҡсаны кире биреп ҡотолдом, Гөлшат үҙе өйҙә юҡ ине, атаһы менән әсәһе өйҙә ине, уларға бирҙем. Ул ҡауға шуның менән бөттө. Минең оло ғәйебем ошо ине, әнейем Наилға һөйләгән шуны. Кешенән ишеткәнсе үҙемдән ишетһен, тип һөйләнем, тине. Әнейем зерә лә аҡыллы ине шул. Гөлшат һуңынан Ишбулат абзыйға кейәүгә сығып, еңгә булып китте беҙгә.
Ҡыш булды, һарыҡтар бәрәсләй башланы, беҙ бәрәс ҡарарға эшкә сыҡтыҡ, фермаға. Миңнәйрә менән дежурға барабыҙ төнгөлөккә. Ферма өйө бар ине, дүрт мөйөшлө, бәләкәй генә, ишек төбөндә мейес. Урындыҡ уртаға бүленгән. Мейес яғында Ғәмәҙғәле бабай йәшәй ине, уны Көлъямал инәй ҡыуып сығарған, Тимербулаттың атаһы ине ул. Дежурҙа төндә сығып һарайҙы ҡарайбыҙ, һарыҡ бәрәсләгән булһа алып керәбеҙ.
Бер ваҡыт Яманһарыла фестиваль була икән, тип ишеттек...
Зилә ТҮЛӘГӘНОВА, Яманһары ауылы
Хәтер хаты тулы килеш гәзиттә баҫылды.