

Альберт дуҫыбыҙ, изге күңелле, йомарт, кешеләргә ҡарата иғтибарлы, ярҙамсыл булды. Ул тормошто, фиҙәҡәр хеҙмәтте, эште яратып йәшәне. Хужалығыбыҙҙа водитель булып эшләгән осоронда ла йәйге эҫе, ҡышҡы һыуыҡ тип тормай, сәсеү, иген игеү, сөгөлдөр ташыуҙа һәм башҡа эштәрҙе үтәгәндә намыҫ менән башҡарҙы. Уҙаманым ҡайҙа ғына эшләһә лә һынатманы, барлыҡ эштәрҙе лә яуап менән үтәне.
Альберт дуҫымдың урындары ожмахта булып, беҙгә риза булып, тыныс ятһын. Уға арнап уҡыған доғаларыбыҙ ҡабул булһын ине.
Онотмаҫбыҙ һине мәңгелеккә,
Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдә.
Мәңге йәшәрһең һин нурланып,
еҙҙең күңелдәрҙең түрендә.
Мәрхүмде иҫкә алып дуҫы Рәүеф АБДУЛЛИН.