

Яҡыныбыҙ бик тырыш, хеҙмәт һөйөүсән булды, тормош юлын лайыҡлы hәм намыҫлы тормош юлын үтте ул. Шул тиклем асыҡ йөҙлө, алсаҡ, кешеләргә ярҙамсыл булып, hәр сак тормошто яратып, әүҙем йәшәне, изгелекле, ихлас булды һәм ул беҙҙең хәтеребеҙҙә мәңгелеккә шулай булып һаҡланып ҡалды.
Ҡәҙерлебеҙҙең китеүе беҙҙең өсөн үтә лә нык ауыр булды, инде бер йыл үтеп китhә лә йөрәк һыҙланыуҙары баҫылмай, уның ихлас йылмайыуы күҙ алдынан китмәй.
Яҡыныбыҙҙы белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙең яҡты иҫтәлеген тик йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ. Ҡәҙерлебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупраҡтары еңел, тар ҡәберҙәре киң, йәне йәннәттә булһын. Аллаһы Тәғәлә булған гонаһтарын кисереп, һауаптарын арттырһын.
Ул һәр ваҡыт беҙҙең хәтеребеҙ һәм йөрәгебеҙ түрендә.
Һине һағынып балаларың.