Хәтер
2 Август 2023, 10:20

Йылы һүҙҙәр менән иҫкә алайыҡ

Ҡәҙерле һәм һөйөклө кешебеҙ Альберт Рауил улы МӘҠСҮТОВтың беҙҙе оло ҡайғыларға һалып арабыҙҙан мәңгелеккә китеүенә 2-се август көнө 1 йыл була.

Йылы һүҙҙәр менән иҫкә алайыҡЙылы һүҙҙәр менән иҫкә алайыҡ
Йылы һүҙҙәр менән иҫкә алайыҡ

Яҡыныбыҙ изге күңелле, мәрхәмәтле, алсаҡ, олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы, ярҙамсыл булды. Һәр кем менән урта тел табып, кәңәштәрен биреп, йәшәргә дәрт өҫтәп торор ине, бер ҡасан да, бер кешегә яман һүҙ әйтмәҫ, йөҙөнән йылмайыу китмәҫ ине.
Беҙ ҡәҙерлебеҙҙе юҡһынабыҙ, һағынабыҙ, күпме генә ваҡыт үтһә лә, ул беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Яҡыныбыҙҙы белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән иҫкә алайыҡ.
Ҡәҙерлебеҙҙең ятҡан урыны тыныс булһын, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, урыны ожмахта, йәне йәннәттә булһын. Уға арнаған доғаларыбыҙ барып етһен ине.
Китеп барҙың арабыҙҙан,
Туҡтаны шул һинең йөрәгең.
Уңған, йомарт, киң күңелле инең,
Һин дә ине донъя йәмдәре.
Һин һәр ваҡыт беҙҙең йөрәктәрҙә,
Йәннәттәрҙә булһын йәндәрең.
Мәрхүмдең әнейе, әтейе, тормош иптәше һәм туғандары.

Автор:
Читайте нас