Хәтер
3 Август 2023, 13:24

Ҡайғы елдәре урап үтһен

28 июлдә, беҙҙе ауыр ҡайғыларға һалып, тормош иптәшем, яратҡан әтейебеҙ, олатайыбыҙ Зөфәр Шәкүр улы СЫНБУЛАТОВ арабыҙҙан мәңгелеккә китеп барҙы. 

Ҡайғы елдәре урап үтһенҠайғы елдәре урап үтһен
Ҡайғы елдәре урап үтһен

Оҙаҡ йылдар “Искра” ауыл хужалығы кооперативында механизатор булып үҙ эшен намыҫлы башҡарған, хеҙмәт ветераны булған ҡәҙерлебеҙ изге күңелле, алсаҡ, һәр кемгә лә ярҙамсыл ине. Уны һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, ауыр ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан барлыҡ туғандарыбыҙға, күршеләребеҙгә, ауылдаштарыбыҙға, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙҙең барығыҙға ла Аллаһы Тәғәлә ныҡлы һаулыҡ, ҡайғы-хәсрәтһеҙ, имен тормош бирһен, ҡайғы елдәре һеҙҙе урап үтһен.
Ғәзиз кешебеҙҙең ятҡан урындары тыныс, ауыр тупраҡары еңел, йәне йәннәттә, урыны ожмахта булһын.
Мәрхүмдең тормош иптәше Гөлсирә һәм балалары, ейән-ейәнсәрҙәре.

Автор:
Читайте нас