Хәтер
3 Август 2023, 13:32

Әле булһа ышанып бөтмәйбеҙ

Беҙҙең өсөн изге йәнле, асыҡ күңелле, ярҙамсыл булған ҡәҙерле, яҡын кешебеҙ, яратҡан ҡайным, олатайым Рафаил Ғәйзулла улы БАТЫРШИНдың беҙҙең арабыҙҙан мәңгелеккә китеүенә 40 көн дә тулды.

Әле булһа ышанып бөтмәйбеҙӘле булһа ышанып бөтмәйбеҙ
Әле булһа ышанып бөтмәйбеҙ

Яҡыныбыҙҙың беҙҙе ташлап киткәненә әле булһа ла ышанып бөтмәйбеҙ, ул әле лә ишектәрҙе асып, йылмайып, беҙҙе ҡаршы алып торор кеүек. Беҙгә ҡылған изгелектәреңде бер ҙә онотмайбыҙ, һиңә мең-мең рәхмәтлебеҙ.
Изге, туған йәнле, алсаҡ йөҙлө ҡәҙерлебеҙҙе белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлектәрен тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Күпме генә ваҡыт үтһә лә ул күңелдәрҙә мәңге һаҡланасаҡ. Ҡәҙерлебеҙҙең ятҡан урыны йомшаҡ, тыныс булһын, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, урыны ожмахта, йәне йәннәттә булһын.Тыныс йоҡла, яҡыныбыҙ, беҙ һине бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ.
Юҡ, онотолмай, иҫтә барыһы ла,
Ҡаршы алып, оҙатып ҡалғаның.
Юҡ, онотолмай, һаман һағындыра,
Ҡәҙерлебеҙҙең нурлы йөҙҙәре.
Мәрхүмдең барлыҡ туғандары исеменән килене Рима, ейәне Илдар.

Автор:
Читайте нас