

Яратҡан кешебеҙгә 10 августа 85 йәш булыр ине...
Әнкәйебеҙ изге күңелле, алсаҡ йөҙлө, шаян, йор һүҙле, изгелекле илаһи зат ине. Һөйөклөбөҙ яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, барыбыҙға ла терәк-таяныс булды. Бер ваҡытта ла кеше йөҙөнән алып һүҙ юллап йөрөмәне. Барыһын үҙенең йөрәге аша үткәреп ебәрә белде. Яҡыныбыҙҙы һағынабыҙ, юҡһынабыҙ. Әнкәй, йәнең йәннәттә, урының ожмах түрендә булыуына иманыбыҙ камил. Һин беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр яҡын кешебеҙ.
Зәңгәр яулыҡ башыңда,
Өҫтә биҙәкле күлдәк.
Һағынабыҙ, әнкәйебеҙ,
Төштәремә кер йышыраҡ.
Шулай уҡ ошо көндәрҙә улым, абзыйыбыҙ, бабайыбыҙ Ришат Рәфҡәт улы ӘХМӘТЙӘНОВтың баҡыйлыҡҡа күсеүенә 7 ай тула. Аллаһы Тәғәлә уның белеп һәм белмәй ҡылған барлыҡ гонаһтарын ғәфү итһен, тыныс ятһын. Арты хәйерле булһын.
Яҡын кешеләребеҙҙе тик йылы һүҙҙәр менән генә алайыҡ.
Барлыҡ туғандары.