

Яҡыныбыҙ изге күңелле, мәрхәмәтле, алсаҡ, бар кешегә иғтибарлы, ярҙамсыл булды.
Ҡәҙерлебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, ауыр ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан барлыҡ туғандарыбыҙға, күршеләребеҙгә, ауылдаштарыбыҙға ысын күңелдән оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙҙең ятҡан урыны тыныс булһын, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, урыны ожмахта, йәне йәннәттә булһын. Уға арнаған доғаларыбыҙ барып етһен ине.
Мәрхүмдең тормош иптәше Мөнирә, балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре.