Все новости
Хәтер
12 Августа 2023, 10:50

Онотмаҫбыҙ һине мәңгелеккә

Бөгөн, беҙҙең өсөн яҡын булған кешебеҙ, ҡәҙерле тормош иптәшем, апайыбыҙ, яратҡан әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Мәүлиҙә Миниғужа ҡыҙы ӘХТӘМОВАның беҙҙең арабыҙҙан мәңгелеккә китеүенә 40 көн.

Онотмаҫбыҙ һине мәңгелеккә
Онотмаҫбыҙ һине мәңгелеккә

Яҡыныбыҙ изге күңелле, мәрхәмәтле, алсаҡ, олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы, ярҙамсыл булды. Һәр кем менән уртаҡ тел табып, кәңәштәрен биреп, йәшәргә дәрт өҫтәп торор ине. Беҙ ҡәҙерлебеҙҙе юҡһынабыҙ, һағынабыҙ, күпме генә ваҡыт үтһә лә ул беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Уны белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Ҡәҙерлебеҙҙең ятҡан урыны йомшаҡ, тыныс, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, урыны ожмахта, йәне йәннәттә булһын. Уға арнаған доғаларыбыҙ барып етһен ине.
Онотмаҫбыҙ һине мәңгелеккә,
Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдә.
Мәңге йәшәрһең һин нурланып,
Беҙҙең күңелдәрҙең түрендә.
Мәрхүмәнең тормош иптәше Алик, улдары Ринат, Айрат, ҡыҙы Гүзәл, кейәүе Илшат, килене Регина, ейән-ейәнсәрҙәре һәм барлыҡ туғандары исеменән һылыуы Рәхилә.

Автор:
Читайте нас: