Все новости
Хәтер
12 Августа 2023, 10:45

Йөрәгебеҙҙә мәңге йәшәйәсәк

Ошо көндәрҙә ҡәҙерле әсәйебеҙ Люциә Ниғәмәт ҡыҙы ҠОТЛОГИЛДИНА беҙҙе оло ҡайғыларға һалып, арабыҙҙан мәңгелеккә китеп барҙы.

Йөрәгебеҙҙә мәңге йәшәйәсәк
Йөрәгебеҙҙә мәңге йәшәйәсәк

Һөйөклөбөҙҙө хөрмәт итеп килеп һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, ауыр ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан ауылдаштарыбыҙға, барлыҡ туғандарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға, күршеләребеҙгә сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙҙең барығыҙға ла Хоҙай ныҡлы һаулыҡ, именлек бирһен, ҡайғылар һеҙҙе урап үтһен.
Оҙаҡ йылдар фельдшер булып эшләгән, хеҙмәт ветераны булған ҡәҙерлебеҙ барыһына ла үҙ ярҙамын күрһәтте. Ул халыҡты үҙ белеме менән генә түгел, ә ихлас һүҙҙәре менән дә дауаланы.
Яҡыныбыҙҙың ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә булһын. Ул йөрәгебеҙҙә мәңге йәшәйәсәк, ул – мәңге беҙҙең хәтерҙә.
Мәрхүмәнең балалары, килене, кейәүе.

Автор:
Читайте нас: