Все новости
Хәтер
21 Августа , 14:47

Сәскә ғүмере

Бөгөн Салауат Аҡһаровтың яҡты донъя менән хушлашыуына 92 көн.

Сәскә ғүмере
Сәскә ғүмере

Был турала белмәҫ тә инек, Салауаттың әсәһе Лилиә апай әйтте, өс ай түгел, утыҙ йыллап ғүмер үтһен, әсә йөрәгендә мәңге уңалмаҫ яра булып ҡаласаҡ был юғалтыу.
16 август көнө, алдан беҙ яҙғанса, Лилиә Аҡһарова Ҡотлоюлдағы улының ҡәберенә барған, был көндө мәрхүм балаһының тыуған көнө ине... 

Күпме аралашабыҙ, һаман булһа, апайыбыҙҙы йыуатырҙай, килешле һүҙ таба алмайбыҙ. Табып булмаҫ та инде...
- Теге көнө, ҡалаға Хәбиров килгәндә, уның менән Күмертау майҙанында һөйләшеп торҙоғоҙ, нимә тине?
- Әллә ни артыҡ һүҙ булманы, сәйгә саҡырғайным, ваҡытым юҡ тип, ғәфү үтенде.
Салауаттың ҡәберенә лилиә сәскәләре ятҡан. Улар һулығандар ҙа инде. Сәскә ғүмере бигерәк аҙ була. Йәш егеттәребеҙҙең дә ваҡытынан алдан өҙөлгән сәскә яҙмышын ҡабатлауы аяныс. 
Автор:
Читайте нас в