Все новости
Хәтер
24 Августа 2023, 09:41

Күңел һаман ышанмай

Балаларының шатлығын, ҡыуанысын күреп кенә йәшәргә ине лә бит, әммә 15 июль көнө ғәзиз әтейебеҙ Наил Әмин улы ЯҠУПОВтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны.

Күңел һаман ышанмай
Күңел һаман ышанмай

Абдул ауылы халҡы, туғандарыбыҙ, балалары, барыбыҙ бергә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, ҡәҙерлебеҙҙе һуңғы юлға оҙаттыҡ. Ауыр ҡайғы кисергән мәлдә беҙҙе яңғыҙыбыҙҙы ҡалдырай, бар яҡлап ярҙам иткән, ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан һәр кемгә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Әтейебеҙҙең яҡты донъяларҙы ҡалдырып, күңелдәргә тәрән, төҙәлмәҫ яра һалып, беҙҙең арабыҙҙан мәңгелеккә китеүенә 40 көн дә булды. Күңелебеҙ әле һаман да был ауыр юғалтыуҙы ҡабул итә алмай, һаман да ышанып бөтә алмай.
Ҡәҙерлебеҙ, һин беҙҙең өсөн ышаныслы, тоғро тормош юлдашы, иң әйбәт әтей, олатай булдың. Әтей, беҙ һинең менән ғорурланабыҙ, яратабыҙ, һағынабыҙ, юҡһынабыҙ. Һин һәр саҡ беҙҙең йөрәгебеҙҙең түрендә. Урының мәңге ожмахта, йәнең йәннәттә, ауыр тупрағың еңел булһын, ҡараңғы гүрҙәрең яҡты һәм нурлы булһын.
Мәрхүмдең балалары.

Автор:
Читайте нас: