Все новости
Хәтер
5 Сентября 2023, 17:22

Апайыма хушлашыу һүҙе

Солтанғужина (Малбаева) Филсиә Саҙретдин ҡыҙы. Көйөргәҙе районы Илкәнәй ауылында 1946 йылдың 25 апрелендә ярлы крәҫтиән ғаиләһендә, ете баланың беренсеһе булып тыуған. 

Апайыма хушлашыу һүҙе
Апайыма хушлашыу һүҙе

Ошо уҡ ауылда йәшәй ине. Тормош иптәше Солтанғужин Наил менән 57 йыл бергә ғүмер иттеләр, 3 бала үҫтерҙеләр, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре үҫеп киләләр.
(2023 йылдың 2 сентяберндә яҡты донъяларҙан китеп барҙы).

Апаҡайым хушлашыуҙар шулдыр,
Бергә үткән тормош юлдарҙан.
Айырылышыу ауыр, барыбыҙға,
Әйтеп булмай әйтер һүҙҙәр ҙә.

Апай булдың, әсәй кеүек ҡалдың,
Туғандарың өсөн һин һәр саҡ.
Йөрәктәрҙә бушлыҡ! Һүҙҙәр ҙә юҡ!
Күҙ алдынан йүгерә бала саҡ.

Һәр береһенә еткереп тә булмаҫ
Һиңә булған тойғо, хистәрҙе.
Һинең яғымлылыҡ, тура һүҙең
Уйландырмағандыр кемдәрҙе.

Ябай кеше булдың, йөрәгеңдә,
Һәр саҡ булды оло мөхәббәт.
Батыр Салауатың булды күңелеңдә,
Рәмиҙәр ҙә һиңә, булды шат.

Шиғырҙар ҙа яҙҙың матур итеп,
Йөрәк хистәреңдең тибеше.
Дәүереңә күрә тормошон да көттөң,
Балаларың һөйөү емеше.

Үпкәләмә, апай, тыныс йоҡла,
Йөрәк һыҡрай һинең юҡлыҡҡа.
Әйткән һүҙҙәремде ҡабуллап ал
Баҡыйлыҡта, тик иманлыҡта.
Фәнир МАЛБАЕВ

Автор:
Читайте нас: