Все новости
Хәтер
14 Сентября 2023, 11:04

Беҙ һине ныҡ итеп һағынабыҙ

Бөгөн беҙҙең ҡәҙерле улыбыҙ, туғаныбыҙ - Илсур Илдус улы АҠҺАРОВтың беҙҙе оло ҡайғыларға һалып, йәшләй генә арабыҙҙан китеүенә 5 йыл да тулды.

Беҙ һине ныҡ итеп һағынабыҙ
Беҙ һине ныҡ итеп һағынабыҙ

Ҡәҙерлебеҙ беҙҙе ташлап киткәнеңә әле булһа ла ышанып бөтмәйбеҙ, ишектәрҙе асып, йылмайып ҡайтып керерһең кеүек. Һинең беҙгә яғымлы итеп, йылмайып ҡарауың әле булһа ла күҙ алдында.
Изге йәнле, ярҙамсыл, туған йәнле, алсаҡ йөҙлө яҡыныбыҙҙы белеүселәр, ғәзиз кешеләребеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлектәрен тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Күпме генә ваҡыт үтһә лә, күңелдәрҙә мәңге һаҡланасаҡһың. Беҙ һине ныҡ итеп һағынабыҙ, юҡһынабыҙ. Ҡәҙерлебеҙҙең ятҡан урыны йомшаҡ, тыныс булһын, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, урыны ожмахта, йәне йәннәттә булһын.Тыныс йоҡла, улым, беҙ һине бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ.
Мәрхүмдең әтеһе, әнеһе, апайы, еҙнәһе, мырҙалары һәм туғандары.

Автор:
Читайте нас: