Все новости
Хәтер
14 Сентября 2023, 11:23

Әнкәйҙәр китә икән...

Ошо көндәрҙә беҙҙе оло ҡайғыларға һалып ғәзиз кешебеҙ, һөйөклө әсәйебеҙ, яратҡан өләсәйебеҙ - Зөһрә Сөләймән ҡыҙы ВАХИТОВА беҙҙең арабыҙҙан мәңгелеккә китеп барҙы.

Әнкәйҙәр китә икән...
Әнкәйҙәр китә икән...

Ҡәҙерлебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, ауыр ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан ауылдаштарыбыҙға, туғандарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға, ҙур рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙҙең барығыҙға ла Хоҙай Тәғәлә ныҡлы һаулыҡ, именлек бирһен.
Һөйөклөбөҙ изге күңелле, кешелекле, йомшаҡ һүҙле булды, барыбыҙҙы ла хәстәрләп, гел ярҙам итергә тырышып йәшәне. Олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы, ярҙамсыл булды. Беҙгә изге кәңәштәрен биреп, йәшәргә дәрт өҫтәп йәшәне. Яҙмыш һынауҙарына бирешмәй барыбыҙға ла терәк-таяныс булды.
Ғәзиз кешебеҙҙе белеүселәр, уның яҡты иҫтәлеген тик йылы һүҙҙәр менән иҫкә алайыҡ. Беҙ һине юҡһынабыҙ, күпме генә ваҡыт үтһә лә күңелебеҙҙә мәңге һаҡланырһың. Ҡәҙерлебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә, урыны ожмахта булһын.
Китмәҫ кеүек тойолһа ла
Әнкәйҙәр китә икән...
Беҙҙе яратҡан йылы ҡулдар
Бер көн һыуына икән...
Һине һөйөп баҡҡан күҙҙәр
Бер көн йомола икән.
Килмәҫ тип уйламағыҙ,
Ул көндәр килә икән...
Мәрхүмәнең балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре.

Автор:
Читайте нас: