Все новости
Хәтер
15 Сентября 2023, 08:24

Һағыш

Бөгөн атайыма, Бикмаев Юнир Сәлихйән улына, 85 йәш булыр ине.... 

Һағыш
Һағыш
Үҙемдең йөрәк түренән яҙған шиғырымды бастырһағыҙ, уға бүләк булыр, әсәйем да шатланыр ине....

Һағыш

Бына тағы бер йыл үтеп китте,
Көҙ ҙа етте һинһеҙ, Атайым.
Һин ултыртҡан милаш быйыл үтә ҡыҙыл,
Йөрәк әрней, ниҙәр ҡылайым...

Йәшәйбеҙ беҙ һинән ярҙам тойоп,
Исемеңә таптар төшөрмәй.
Һин өйрәткан юлдан барабыҙ беҙ,
Ҡарап тор һин, Атай, көйөнмәй.

Ҡайтып - китеп тора өйгә балаларың,
Әсәй тота йортто гөл итеп.
Рәхмәтенән айырмаһын Хоҙай,
Ғүмер бирсе уға мул итеп.

Һүҙ бирәбеҙ һиңә, Атайыбыҙ,
Нигеҙеңде һаҡлап торорға.
Атай рухлы балалары булып,
Ғорур баҫып, алға барырға!

Иң изге теләктәр менән Өфө ҡалаһынан Альбина Бикмаева
 
 
Автор:
Читайте нас: