Все новости
Хәтер
18 Сентября 2023, 15:20

Әтиҙәр китә икән...

Юғалтыуҙар бигерәк ауыр, тиҙәр. 

Әтиҙәр китә икән...
Әтиҙәр китә икән...

Бының шулай икәнлеген, үз башыңа төшкәс, тағын да нығырак аңлайһың икән. Беҙҙең дә ана шундай хәсрәт утында янған көндәребеҙ.
Ошо көндәрҙә беҙҙе оло ҡайғыларға һалып ғәзиз кешебеҙ, тормош иптәшем, әтиебеҙ, ҙур әтиебеҙ Фаляс Сәхиулла улы Зәйнәғәбдинов беҙҙе мәңгелеккә ҡалдырып баҡыйлыҡҡа күсте.
Ҡәҙерлебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, ауыр ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан ауылдаштарыбыҙға, туғандарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға, ҙур рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ.
Һеҙҙең барығыҙға ла Хоҙай Тәғәлә ныҡлы һаулыҡ, именлек бирһен. Һөйөклөбөҙ изге күңелле, кешелекле, барыбыҙҙы ла хәстәрләп, гел ярҙам итергә тырышып йәшәне. Олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы, ярҙамсыл булды. Беҙгә изге кәңәштәрен биреп, йәшәргә дәрт өҫтәп йәшәне. Яҙмыш һынауҙарына бирешмәй барыбыҙға ла терәк-таяныс булды. Ғәзиз кешебеҙҙе белеүселәр, уның яҡты иҫтәлеген тик йылы һүҙҙәр менән иҫкә алайыҡ. Беҙ һине юҡһынабыҙ, күпме генә ваҡыт үтһә лә күңелебеҙҙә мәңге һаҡланырһың. Ҡәҙерлебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә, урыны ожмахта булһын.
Китмәҫ кеүек тойолһа ла
Әтиҙәр китә икән...
Беҙҙе яратҡан йылы ҡулдар
Бер көн һыуына икән...
Һине һөйөп баҡҡан күҙҙәр
Бер көн йомола икән.
Килмәҫ тип уйламағыҙ,
Ул көндәр килә икән...
Мәрхүмдең яратҡан тормош иптәше Фларида, балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре.

Автор:
Читайте нас: