Хәтер
20 Сентябрь 2023, 04:51

Ҡайтарып булмай бергә саҡтарҙы

Бөгөн беҙҙең ҡәҙерле улыбыҙ, туғаныбыҙ Фаиль Гәрәй улы АБДРАХМАНОВтың армия сафында фажиғәле вафат булыуына 15 йыл.

Ҡайтарып булмай бергә саҡтарҙыҠайтарып булмай бергә саҡтарҙы
Ҡайтарып булмай бергә саҡтарҙы

Фаиль улыбыҙ, һинең беҙҙе ҡалдырып китеүеңә әле булһа ышана алмайбыҙ. Һаман да армияла хеҙмәт иткән кеүекһең. Һинең уй-хыялдарың шул тиклем көслө ине, шулар ҙа был фажиғәле үлемдән алып ҡала алманы. Эргәңдә бик әйбәт дуҫтарың булған, 15 йыл ваҡыт үтһә лә, күстәнәстәре менән килеп хәлебеҙҙе беләләр, ҡәбереңә сәскәләр һалалалар, рәхмәт уларға.
Фаиль туғанҡайым, һин әнәйең менән әтәйеңдең берҙән-бер ҡыуаныстары инең, ҡыҙғанысҡа ҡаршы ғүмерең бик иртә өҙөлдө.Әнәйең һиңә көн дә доғалар ҡылып тора, һине доға эсендә генә ятҡыра. Тыныс ят туғанҡайым. Ятҡан ерең нурлы, урының ожмах түрендә булһын.
Яҡындар китә, беҙҙе ҡалдырып
Ваҡытлыса түгел, мәңгегә.
Ҡайтарып булмай бергә саҡтарҙы
Их... күрешеп, бер һөйләшергә...
Һине һағынып әтейең, әнәйең, туғандарың.

Автор:
Читайте нас