Хәтер
27 Сентябрь 2023, 09:30

Юҡһынабыҙ, һағынабыҙ

Бөгөн яратҡан атайыбыҙ, олатайыбыҙ Рәсүл Шәүәли улы Вахитовтың, беҙҙе ауыр ҡайғыларға ҡалдырып, арабыҙҙан мәңгелеккә китеүенә 2 йыл да булып китте...

Юҡһынабыҙ, һағынабыҙЮҡһынабыҙ, һағынабыҙ
Юҡһынабыҙ, һағынабыҙ

Беҙҙең хәтерҙә ул һәр саҡ изге күңелле, асыҡ йөҙлө, алсаҡ, ярҙамсыл, хәстәрлекле атай, олатай булып һаҡлана... Юҡһынабыҙ, һағынабыҙ...

Уны белеүселәр ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән иҫкә алайыҡ. Ҡәҙерлебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә булһын.

Онотмаҫбыҙ һине мәңгелеккә,
Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдә.
Мәңге йәшәрһең һин нурланып,
Беҙҙең күңелдәрҙең түрендә.

Мәрхүмдең балалары.

Автор:
Читайте нас