

Яҡыныбыҙҙың беҙҙе ташлап киткәненә әле булһа ла ышанып бөтмәйбеҙ. Беҙгә эшләгән изгелектәреңде бер ҙә онотмайбыҙ, һиңә мең-мең рәхмәтлебеҙ. Күпме генә ваҡыт үтһә лә, ул күңелдәрҙә мәңге һаҡланасаҡ.
Беҙҙе ауыр сағыбыҙҙа яңғыҙыбыҙҙы ҡалдырмай, һәр яҡлап ярҙам иткән, ҡәҙерле кешебеҙҙе һуңғы юлға оҙатышҡан һәр береһенә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Күршеләребеҙ, туғандарыбыҙ, ауылдаштарыбыҙ йүгереп йөрөнө, уларҙың һәр береһенә именлек, ныҡлы һаулыҡ теләп ҡалабыҙ.
Изге, туған йәнле, алсаҡ йөҙлө ҡәҙерлебеҙҙе белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлектәрен тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Ҡәҙерлебеҙҙең ятҡан урыны йомшаҡ, тыныс булһын, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, урыны ожмахта, йәне йәннәттә булһын.Тыныс йоҡла, яҡыныбыҙ, беҙ һине бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ.
Юҡ, онотолмай, иҫтә барыһы ла,
Ҡаршы алып, оҙатып ҡалғаның.
Юҡ, онотолмай, һаман һағындыра,
Ҡәҙерлебеҙҙең нурлы йөҙҙәре.
Мәрхүмдең тормош иптәше, балалары.