

Беҙҙең һандуғасыбыҙ моңло тауышлы ине. 10 класты тамамлағас ул Стәрлетамаҡтың музыкаль училищеһын тамамлап Мишкә районы мәҙәниәт йортонда эшләй. Моңло тауышын ишетеп уны Өфөнөң филармонияһына алалар. Гастролдәрҙә йөрөгәндәрҙә класташыбыҙҙы көслө алҡыштар менән ҡаршы алалар. Сәхнәнән төшөрмәйенсә ҡабат-ҡабат йырлауын һорайҙар. Матур, ябай ғына, моңло тауышлы ҡыҙға үҙе кеүек артист Фаяздың күҙе төшә һәм улар өйләнешәләр. Күҙенең күреше бик насар ине, табиптар уға бала табырға ҡушмаһалар ҙа, ул бер ҡыҙ бала табыу бәхетенә ирешә. Бәхетле, матур тормош көткәндә тормош иптәше Фаяз вафат була. Был ҙур ҡайғы Рабиғаның күҙенә тағы ла зыян килтерә. Күҙенә операция яһаһалар ҙа һөҙөмтә яҡшырмай. Уға инвалидлыҡ бирәләр. Класташыбыҙ шуға ҡарамаҫтан тормош ауырлыҡтарына бирешмәйенсә, ҡыҙын үҫтереп, юғары белем биреүгә өлгәшә.
Киң күңелле, яғымлы, ярҙамсыл, алсаҡ булған класташыбыҙҙы бергәләп иҫкә алайыҡ. Уның моңло тауышы һаман да беҙҙең йөрәктәрҙә сыңлай. Ҡәҙерлебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупраҡтары еңел булһын. Барлыҡ яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ.
1960 йылда Мораптал урта мәктәбен тамамлаусы мәрхүмәнең класташтары.