

Ғәзиз кешебеҙ уңған, алсаҡ, туған йәнле, киң күңелле, кешеләргә гел изгелек ҡылыусы, ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем балаларына, ейәнсәрҙәренә ярҙам итеп, шунан ҡәнәғәт алып йәшәүсе, оло йөрәкле, асыҡ күңелле, ярҙамсыл кеше ине!
Ҡәҙерлебеҙҙе белеүселәр уның яҡты иҫтәлеген тик яҡшы яҡтан ғына беҙҙең менән бергә иҫкә алһағыҙ ине. Мәрхүмебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә булһын.
Юҡ, онотолмай, иҫтә барыһы ла,
Ҡаршы алып, оҙатып ҡалғаның.
Юҡ, онотолмай, һаман һағындыра,
Әтейемдең нурлы йөҙҙәре.
Юҡ, онотолмай, күңел һыҡрап илай,
Ярһып, тырнап ала йөрәкте.
Йылдар үткән һайын һағындыра,
Өҙгөләтеп инде үҙәкте.
Мәрхүмдең тормош иптәше Рәйлә, ҡыҙы Гөлнур, кейәүе Рөстәм, ейәнсәрҙәре Ралина, Рамалия.