

Ғәзиз кешем киң күңелле, кешеләргә гел изгелек ҡылыусы, оло йөрәкле, асыҡ күңелле, ярҙамсыл кеше ине! Уны белеүселәр, ҡәҙерлемдең изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ. Мәрхүмемдең ятҡан урындары йомшаҡ, йәне йәннәттә булһын.
Беҙ яратышып ҡауышҡайныҡ
Мәңгелеккә вәғәҙә бирешеп,
Әсендереп, оло ҡайғыларға һалып
Моңһоу көҙҙә киттең ҡалдырып.
Ике ҡыҙың, бер малайың менән
Тороп ҡалдыҡ томан артында,
Көндө төнгә ялғай ала алмай
Ҡалдыҡ оҙон һалҡын ҡыштарға.
Бына әле 20 йыл булды
Һау кешегә ғүмер тиҙ үтә,
Һөйөү емештәребеҙҙең ғүмерҙәрен теләп
Тыныс ҡына йоҡла, беҙҙең ҡәҙерлебеҙ.
Мәрхүмдең ҡатыны Рәйфә.