

Һөйөклөбөҙ киң күңелле, шәфҡәтле, йор һүҙле, кешеләргә гел изгелек ҡылыусы, ярҙамсыл, тураһын ярып әйткән, аҡыллы, зирәк, көслө рухлы, оло йөрәкле кеше булды. Туғандары, яҡындары өсөн йән атып торҙо. Матурлыҡҡа ғашиҡ булған яҡыныбыҙ бүлмә гөлдәре үҫтерергә яратты, баҡсаларында еләк-емеш, йәшелсәләр үҫтереүҙе лә хуп күрҙе. Әсәйебеҙҙең ҡулынан килмәгән эше юҡ ине. Яҡын кешебеҙҙең ихлас йылмайыуы, аҡыллы кәңәштәре, иҫ киткес тәмле аштары, балам тип өҙөлөп тороуҙары беҙгә әле һаман булһа етмәй.
Ҡәҙерлебеҙ ниндәй генә ауырлыҡтар, ҡайғылар кисерһә лә күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәне, ауырлыҡтарҙы тешен ҡыҫып үткәрә белде. Ғәзиз кешебеҙҙе белеүселәр, уның яҡты иҫтәлеген тик йылы һүҙҙәр менән иҫкә алайыҡ. Ҡәҙерлебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә, урыны ожмахта булһын. Ул мәңге беҙҙең йөрәктәрҙә һаҡланасаҡ.
Мәрхүмәнең тормош иптәше, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре.