Хәтер
11 Октябрь 2023, 05:01

Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдә

Ошо көндәрҙә хөрмәтле апайыбыҙ, яғымлы әсәй, яратып туймаҫлыҡ өләсәй Филсиә Саҙретдин ҡыҙы СОЛТАНҒУЖИНАның (Малбаева) беҙҙе ташлап китеүенә 40 көн тула.

Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдәРухың йәшәр һәр саҡ күңелдә
Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдә

Яҡыныбыҙ изге күңелле, мәрхәмәтле, алсаҡ, олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы, ярҙамсыл булды. Һәр кем менән уртаҡ тел табып, кәңәштәрен биреп, йәшәргә дәрт өҫтәп торор ине. Беҙ ҡәҙерлебеҙҙе юҡһынабыҙ, һағынабыҙ, күпме генә ваҡыт үтһә лә ул беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Уны белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алһағыҙ, бөтә туғандары, яҡындары һеҙгә бик тә рәхмәтле булыр ине.
Ҡәҙерлебеҙҙең ятҡан урыны йомшаҡ, тыныс булһын, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, урыны ожмахта, йәне йәннәттә булһын. Уға арнаған доғаларыбыҙ барып етһен ине.
Онотмаҫбыҙ һине мәңгелеккә,
Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдә.
Мәңге йәшәрһең һин нурланып,
Беҙҙең күңелдәрҙең түрендә.
Мәрхүмәнең барлыҡ яҡындары, туғандары.

Автор:
Читайте нас