

Бала сағым етемлеге
Арттан ҡалмай эйәрә —
Өләсәй йәшендә һаман
Атайымды эҙләтә.
Аяуһыҙ һуғыш урланы
Сыуаҡ бала сағымды.
Күңел төпкөлөндә гелән
Етемлегем сағылды.
Ауыр һүҙ әйтмәҫтәр ине
Әгәр атайлы булһам,
Ул етәкләп алыр ине,
Юлдар сатында ҡалһам.
Ҡағылды ла, һуғылды ла
Атайһыҙ бала сағым.
Етемлек һаман һиҙҙерә
Ғүмерҙәр үткән һайын.
Күңел хәтер усағында
Хәтирәләр көйрәтә.
Йөҙөн дә иҫләмәй ҡалған
Атай йырын көйләтә.
Яҙмыш атайһыҙ йәшәргә
Илай-илай өйрәтте.
Йылдар аша беҙгә ҡарай
Йәп-йәш атай һүрәте.
Зөһрә Ҡотлогилдина.