Хәтер
15 Октября 2023, 12:18

Беҙҙең өсөн үрнәк булды

Атай, һиңә булған рәхмәтебеҙ сикһеҙ. 

Беҙҙең өсөн үрнәк булдыБеҙҙең өсөн үрнәк булды
Беҙҙең өсөн үрнәк булды

Бөгөн Атайҙар көнөн билдәләйҙәр, шул уңайҙан, мин дә үҙемдең атайым тураһында яҙып, уның яҡты иҫтәлеген иҫкә алып үтергә булдым. Атайым Хөсәйенов Рафиҡ Карам улы бөгөнгө көндә яныбыҙҙа булмаһа ла, ул беҙгә лайыҡлы тәрбиә биреп, оло тормош юлына баҫтырҙы. Шуға күрә уға булған рәхмәт һүҙҙәремде еткергем килә.
Атайыбыҙ беҙҙең өсөн үрнәк булды, ул беҙҙе ҡәҙерләп, яратып, хеҙмәт һөйөүсән, тырыш итеп тәрбиәләп үҫтерҙе.
Атай, һиңә булған рәхмәтебеҙ сикһеҙ, бөгөнгө көндә яныбыҙҙа булмаһаң да, һин беҙҙең йөрәктәрҙә мәңгелеккә һаҡланһың
Һине иҫкә алып, улың Салауат

Автор:
Читайте нас