Хәтер
22 Октябрь 2023, 04:34

Доға ҡылайыҡ

Өсөнсө көн Яҡшымбәт ауылы имамы ярҙамсыһы яҡты донъяны ташлап китте. 

Доға ҡылайыҡДоға ҡылайыҡ
Доға ҡылайыҡ
Рауил туған тормошто һөйгән, йомарт, яҡты күңелле кеше ине. 

Йөрәге менән мәсеткә тартылған мосолман булды ул. Мин Рауил туғанымды бик яраттым, ҡасан килмә, гел йылмайып ҡаршы алып торор ине, беҙҙең динебеҙ өсөн һәр ваҡыт янып йәшәне. 

Мөхтәсибәт исеменән Рауил туғаныбыҙҙың ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам, Аллаһы Тәғәлә уның яҡшы эштәрен ҡабул итһен, беҙҙең барыбыҙға ла уның менән ожмах баҡсаларында осрашырға яҙһын.
Туғаныбыҙҙың рухына арнап, бөтәбеҙ ҙә доғалар ҡылайыҡ.  
Айнур Ҡәҙимов, Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы имам-мөхтәсибе. 
Автор:
Читайте нас