Хәтер
26 Октябрь 2023, 12:19

Күңелле мәл

Мәҙәк тә, ҡыҙыҡ та, ысын булған Яманһары ауылындағы ҡаҙ өмәһендәге ваҡиғаны шиғыр итеп яҙған инем.

Күңелле мәлКүңелле мәл
Күңелле мәл

Күптән булған хәл минде. Унда булған кешеләр күптәре инде баҡыйлыҡҡа киттеләр. Гәзитте уҡыған кешеләр иҫтәренә төшөрһөндәр ине, бигерәк тә яманһарылар өсөн. Хәҙер бит өмәләр башланды: ҡаҙҙар, өйрәктәр, бройлер, төрлө себештәр, күркәләр үҫтеләр. Көҙҙөң иң-иң бай сағы, күңелле мәле.
Ҡаҙ салыусы Мотиғулла бабай булһа, йолҡоусыһы Гөлйәүһәр инәй була. Өй хужалары: Ирек, Гөлйыһан Сөләймәновтар.

Өмәләр
Ҡайһы бер кеше ярата
Мәҙәк һүҙҙәр һөйләргә.
Әле бына ҡапыл ғына,
Ҡалды миңә иҫләргә.
Ауылдағы ҡаҙ өмәһен
Яҙып үтәһем килә.
Ул өмәне ауыл халҡы
Бик күңелле үткәрә.
Бер өйҙә йыйылышып
Булғандар ҡаҙ йолҡорға.
Бабай бысаҡ әҙерләгән,
Шул ҡаҙҙарҙы һуйырға.
Бабай бер ҡаҙҙы салған да,
Өйгә индереп бәргән.
Нимәлер иҫенә төшөп,
Кире өйгә килеп ингән.
Оҙаҡ ҡына ҡарап торған,
Ҡаҙҙы йолҡа икән бер инәй.
"Оло ата ҡаҙҙы яңғылыш салғанмын,
Йолҡма әле шул ҡаҙҙы һин әй."
Оҙаҡ ҡына мәҙәк итеп,
Ауылда гел көлөшәләр.
Көҙҙәр етеп, өмә һайын
Гел иҫкә төшөрәләр.
Бабай ошо һүҙҙәрҙе,
Уйламай әйткән икән.
Инәй ҡаҙҙы йолҡмаһа әгәр,
Ҡаҙ яңынан терелер ине микән?
Ҡаҙ өмәһе ҙур байрам,
Аңлаған һәр кешегә.
Дауам итһен ошо йола,
Өйрәтәйек йәштәргә.
Гөлшат БАЙНАЗАРОВА
Айсыуаҡ ауылы

Автор:
Читайте нас