

Улымдың, ил алдындағы бурысын үтәүҙә вафат булыуы ғына аҙыраҡ тынысландыра. Ауыр хәл...
Пулаттың иҫтәлегенә, асылған “Герой партаһы”нда яҡшы уҡыған, тырыш балалар ултырыр һәм улар өсөн өлгө булып торор тип уйлайым. Пулатты, батырҙарыбыҙҙы киләсәк быуын онотмаҫ, белеп үҫер тип ышанам. Был проектта ҡатнашҡан мәктәп директорына, барлыҡ уҡытыусыларға рәхмәтлемен. Пулатым яҡты донъяларҙан китһә лә, минең йөрәгемдә ул һәр саҡ иҫән. Уҡытыусыларҙың да мәңге хәтерендә буласаҡ, сөнки ул мәктәптә яҡты уҡыусы ине.
Мәҡәлә тулыһынса гәзиттең үткән һанында донъя күрҙе.