Хәтер
4 Ноябрь 2023, 06:55

Мәңгелеккә киткәс, ҡайтыуҙар юҡ

Ырымбур ҡалаһында тыуып үҫеп, Яңы Мораптал ауылында ғүмер иткән ҡәҙерле кешебеҙ - ҡыҙыбыҙ, яратҡан тормош иптәшем, әниебеҙ, һылыуыбыҙ, апайыбыҙ Елизавета Фәрит ҡыҙы ХӨСӘЙЕНОВА, теүәл 1 йыл элек, беҙҙең йөрәктәребеҙгә яра һалып, йәшләй генә мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо.

Мәңгелеккә киткәс, ҡайтыуҙар юҡМәңгелеккә киткәс, ҡайтыуҙар юҡ
Мәңгелеккә киткәс, ҡайтыуҙар юҡ

Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ тормошто яратты, матурлыҡты күрә белде. Тырыш, көслө рухлы, кешелекле, ярҙамсыл, мәрхәмәтле, тирә-яҡтағыларға иғтибарлы, туған йәнле булды.
Ғәзизебеҙҙе өҙөлөп һағынабыҙ, һүрәтенә ҡарап иҫкә алабыҙ. Беҙҙең аранан китеүенә күңелебеҙ һаман ышанмай, ваҡыт уҙһа ла уны онота алмаҫбыҙ.
Уны белгәндәр, Лизабыҙҙың изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Мәрхүмәбеҙҙең урындары йәннәтә булһын, беҙгә риза булып, тыныс ятһын ине. Ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, урыны ожмахта булһын ҡәҙерлебеҙҙең.
Мәңгелеккә киткәс, ҡайтыуҙар юҡ,
Онотмайыҡ улар ҡәберен...
Доға ҡылып, изге юлда булып,
Иҫәнлектең беләйек ҡәҙерен.
Мәрхүмәнең ата-әсәһе, тормош иптәше, балалары, апаһы һәм туғандары.

Автор:
Читайте нас