Хәтер
7 Ноябрь 2023, 11:50

Йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр

Ошо көндәрҙә, беҙҙе оло ҡайғыларға һалып, ҡәҙерле тормош иптәшем, һөйөклө әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Нәсимә Байтүрә ҡыҙы ИСХАКОВА арабыҙҙан мәңгелеккә китеп барҙы.

Йөрәктәрҙә мәңге һаҡланырЙөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр
Йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр

Үтә лә хәсрәтле, ҡайғылы, ауыр ваҡыттарҙа беҙгә терәк булған, ярҙам күрһәткән, рухи көс биргән, һөйөклө кешебеҙҙе ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан ауылдаштарыбыҙға, күршеләребеҙгә, барлыҡ туғандарыбыҙға, “Искра” хужалығы рәйесе Рәмил Ғиниәт улы Мостафинға, уның урынбаҫарҙарына, хеҙмәткәрҙәренә, бергә эшләгән коллективыма, Яҡшымбәт ауыл советы хеҙмәткәрҙәренә, ауылыбыҙ мәктәбе директоры Гөлнур Ҡотдос ҡыҙы Аҡһароваға, уҡытыусылар коллективына, ФАП етәксеһе Земфира Аҙнабаеваға һәм уның хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һеҙҙең барығыҙға ла Алалһы Тәғәлә ҡайғы-хәсрәтһеҙ, имен тормош бирһен. Һәммәгеҙгә лә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, яҡындарығыҙҙың иҫән-һау булыуын теләйбеҙ.
Ғәзиз кешебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупраҡтары еңел, йәне йәннәттә, урыны ожмахта булһын. Ул беҙҙең күңелдәрҙә, йөрәктәрҙә мәңге һаҡланып ҡаласаҡ.
Мәрхүмәнең тормош иптәше, балалары һәм барлыҡ туғандары.

Автор:
Читайте нас