Хәтер
12 Ноябрь 2023, 06:33

Бер тынала үтеп китте

Б.Б.Ғафаровтың тыуыуына 85 йыл тулыуға, Педагог һәм остаз йылына, Өфө фән һәм технологиялар университеты ойошторолоуына бер йыл тулыуға арналған Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы тарихта ҡалды. 

Бер тынала үтеп киттеБер тынала үтеп китте
Бер тынала үтеп китте

Бик ҡанатланып, рухланып ҡунаҡтар көткән көн бер тынала үтеп тә китте!
Конференцияла ҡатнашыусыларҙы Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы директоры, филология фәндәре докторы, проф. И.А. Сыров сәләмләне.
Педагогик хеҙмәт ветерандары Ғ.Ғ.Ҡаһарманов, М.Ш. Ҡаһарманова, Л.Л.Сәмиғуллина сығыштарын кинәнеп тыңланыҡ! Элекке студенттар оло уҡытыусыларҙы алҡыштарға күмде, вузда алған төплө белем өсөн остаздарына рәхмәт әйтте. Әлбиттә, һәр береһенең телендә көслө һәм талапсан уҡытыусы Б.Б.Ғафаров та булды…
“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире С.Ғ. Кәримов сығышы бик фәһемле булды. Салауат Ғайса улының Булат Баҡый улының исемен мәңгеләштереү хаҡында тәҡдимдәре бик урынлы яңғыраны.
М.Аҡмулла ис. БДПУ-ның башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире Сәлимә Айбулат ҡыҙы Таһированың яңыртылған ФДББС шарттарында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыуға арналған сығышы актуаллеге, аныҡлығы менән айырылып торҙо, яңылыҡтарҙы Б.Б.Ғафаров методикаһы менән бер эҙмә-эҙлелектә ҡарау бик уңышлы булды.
М.Аҡмулла ис. БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты деканы, филол. фәнд. докторы Л.М.Хөсәйенованың, РФА ӨФТҮ Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының дөйөм тел ғилеме бүлеге мөдире, филол. фәнд. докторы Г.Н. Йәғәфәрованың сығыштары фән һәм Б.Б.Ғафаров тураһында хәтирәләр менән аралашып барҙы.
Ейәнсура районы Үрге Муйнаҡ урта мәктәбе директоры Гөлсинә Ҡунаҡбаевна Ҡотошева барыһына ла Б.Б. Ғафаровтың тыуған яғынан ҡайнар сәләм тапшырҙы. Ғалимдың яҡташтары уның исеменә тап төшөрмәй, афарин!
Шағирә Зөһрә Үтәғолова остазға арналған шиғырын уҡыны, сараға рух өҫтәне! Рәхмәт!
Туған телдәр буйынса методистар: пед.ф.к. Г.Ш. Аҙнабаева (Ишембай районы мәғариф идаралығы), Ә.Ә.Шәһиева (Ғафури районы мәғариф бүлеге); Г.Ә. Әхмәтова (Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө һанлы башҡорт лицей-интернаты директоры); башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары: Р.Ф. Арыҫланова (Күмертау педагогия колледжы), Г.М. Әлиева (Мәләүез районының 1-се һанлы гимназияһы), Ғималова Г.Р. (Стәрлетамаҡ ҡалаһының 23-сө һанлы полилингваль күп профилле мәктәбенең директор урынбаҫары), шулай уҡ Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ҡалалары, Ауырғазы, Баймаҡ, Ишембай, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Әлшәй райондары уҡытыусылары сығыштары Б.Б.Ғафаров айырыуса өҫтөнлөк биргән теория һәм практиканың тығыҙ бәйле булырға тейешлеген тағы ла бер тапҡыр таныу булды.
Конференция З.Биишеваның “Башҡорт теле” шиғыры менән тамамланды.
Пленар ултырышты башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты деканы Р.Х. Илишева алып барҙы.

Факультет башкирск. и тюркск. филологии СФ УУНиТ. 

Автор:
Читайте нас