

Ҡалабыҙҙың "Искра" заводында эшләгән бухгалтер ҡыҙҙар, бөйөк революция көнөнә арналған байрам парадына сығып теҙелгәнбеҙ. Беҙҙең заманда был мотлаҡ күренеш ине, парадҡа сыҡмай ҡара, премиянан ҡолаҡ ҡағаһың.
...Бабайым әйтә, байрам үтте бит инде, юҡҡа йөрөмә, ти. Ә мин, бәлки, гәзит уҡыусылар араһында үҙҙәрен ошо фотола таныусылар булыр, улар ҙа ошо күңелле мәлдәрен иҫтәренә төшөрөп үтерҙәр, тип уйлап, баҫтырырға булдым. Беҙ 14 бухгалтер бергә эшләнек, һүрәттә цехтан сыҡҡан ҡыҙҙар ҙа бар, күптәр арабыҙҙа юҡтыр ҙа инде хәҙер.
Искра заводында 17 йылға яҡын бухгалтер булып эшләнем. Мин үҙем Таймаҫ ауылынан, тормош иптәшем күрше Зәк-Ишмәттән...
Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды.