Хәтер
16 Ноябрь 2023, 04:01

Онотмабыҙ һине мәңге

Беҙҙең өсөн изге йәнле, асыҡ күңелле булған ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ, ағайыбыҙ Ишбулды Хәйепҡолой улы МӨХӘМӘТЙӘНОВтың беҙҙе оло ҡайғыларға һалып, арабыҙҙан мәңгелеккә китеүенә 2 йыл тулды.

Онотмабыҙ һине мәңгеОнотмабыҙ һине мәңге
Онотмабыҙ һине мәңге

Ғәзиз кешебеҙ киң күңелле, кешеләргә гел изгелек ҡылыусы, ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә ярҙам итеп, шунан ҡәнәғәт алып йәшәүсе, оло йөрәкле, асыҡ күңелле, ярҙамсыл, туған йәнле кеше ине! Уны белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ. Күпме генә ваҡыт үтһә лә, күңелдәрҙә мәңге һаҡланасаҡ.
Мәрхүмебеҙҙең ятҡан урыны йомшаҡ, тыныс булһын, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, урыны ожмахта, йәне йәннәттә булһын. Тыныс йоҡла, ҡәҙерлебеҙ.
Онотмабыҙ һине мәңге,
Рухың йәшәр һәр саҡ йөрәктә.
Мәңге йәшәрһең һин нурланып
Беҙҙең күңелдәребеҙ түрендә.
Мәрхүмдең тормош иптәше, балалары, туғандары исеменән мырҙаһы Хаҡҡолой.

Автор:
Читайте нас