

Һөйөклөбөҙ кешеләргә һәр саҡ алсаҡ, асыҡ йөҙлө, кешелекле, ярҙамсыл булды. Балалары, туғандары, яҡындары өсөн йән атып торҙо. Матурлыҡҡа ғашиҡ булған, тормошто шул тиклем һөйгән яҡын кешебеҙ беҙҙең араларҙан бик иртә китеп барҙы. Уны белеүселәр ғәзизебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ... Ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә булһын. Күпме генә йылдар үтһә лә, ҡәҙерлебеҙ мәңге беҙҙең йөрәгебеҙ түрендә һаҡланасаҡ.
Онотмабыҙ һине мәңге,
Рухың йәшәр һәр саҡ йөрәктә.
Мәңге йәшәрһең һин нурланып,
Беҙҙең күңелдәребеҙ түрендә.
Мәрхүмәнең балалары