Хәтер
19 Ноябрь 2023, 06:56

Һине йәше лә, ҡарты ла ярата ине

Бөгөн, беҙҙең барыбыҙҙы ла оло ҡайғыларға һалып, яҡын кешебеҙ Альмира Әхмәтлатиф ҡыҙы Мәхмүтова (Бикмаева) 59 ғына йәшендә яҡты донъяларҙан китеүенә 40 көн дә тулды.

Һине йәше лә, ҡарты ла ярата инеҺине йәше лә, ҡарты ла ярата ине
Һине йәше лә, ҡарты ла ярата ине

Балаларҙы үҫтереп, уларҙың игелектәрен генә күреп, гөрләтеп донъя көтөр ваҡытта, беҙҙе, яҡындарыңды, оло ҡайғыларға һалып, һин беҙҙең аранан мәңгелеккә китеп барҙың.
Ҡәҙерлебеҙ, һин донъя яратҡан, эшһөйәр булдың, кеше күңелен күрә белдең, кеше ҡайғыһын үҙеңдекеләй күреп ҡайғыра белдең. Һине йәше лә, ҡарты ла яратты.
Ошо ауыр юғалтыу ҡайғыларын кисергән Альмираның тормош иптәше, балаларына сабырлыҡтар теләйбеҙ, уларҙың юғалтыу ҡайғыларын уртаҡлашбыҙ.
Ҡәҙерле кешебеҙҙе белгәндәр ошо көндә уны беҙҙең менән бергә йылы һүҙҙәр, яҡты иҫтәлектәр менән һағынып иҫкә алһындар ине.
Барлыҡ яҡындары, туғандары исеменән Фирүзә Абдуллина

Автор:
Читайте нас