Все новости
Хәтер
2 Декабря 2023, 09:27

Мәңге йәшәрһең һин, нурланып

Ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ Наил Насретдин улы БУРАНҒОЛОВтың беҙҙең аранан мәңгелеккә китеүенә 11 йыл.

Мәңге йәшәрһең һин, нурланып
Мәңге йәшәрһең һин, нурланып

Яҡыныбыҙ изге күңелле, мәрхәмәтле, алсаҡ, олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы, ярҙамсыл булды. Һәр кем менән уртаҡ тел табып, гел изгелек ҡылыусы ине. Беҙ ҡәҙерлебеҙҙе юҡһынабыҙ, һағынабыҙ, күпме генә ваҡыт үтһә лә ул беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.
Уны белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Ҡәҙерлебеҙҙең ятҡан урыны йомшаҡ, тыныс булһын, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, урыны ожмахта, йәне йәннәттә булһын. Уға арнаған доғаларыбыҙ барып етһен ине.
Онотмаҫбыҙ һине мәңгелеккә,
Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдә.
Мәңге йәшәрһең һин, нурланып,
Беҙҙең күңелдәрҙең түрендә.
Мәрхүмдең тормош иптәше, балалары, ейәндәре, ейнәсәрҙәре.

Автор:
Читайте нас: