Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
5 Декабрь 2023, 16:01

Ишкәкһеҙ кәмәлә йөҙгәндәй...

Рәшит ағайҙың ижадына ғашиҡ булмау мөмкин түгел ине.

Ишкәкһеҙ кәмәлә йөҙгәндәй...
Ишкәкһеҙ кәмәлә йөҙгәндәй...
Хикәйәләре үтә ныҡ тормошсан ине, уларҙы уҡығанда һындар ҡата (шул тиклем оҫта һүрәтләй кешене, уның холҡон, ҡыланышын, ҡай саҡ геройҙарҙа үҙеңде таныйһың), ҡайһы бер ерҙәрендә илап та алаһың. Һәр бер кеше - ҙур йыһан ул, ошо йыһан буйлап Рәшит ағайыбыҙ киң итеп, ҡолас ташлап йөҙҙө. 
Публицистикаһы.... Юҡ хәҙер ундай публицистар, йә, хәтерләгеҙ, кемдең очеркын уҡып, төрлөһө менән бәхәсләшеп, уны айҙар буйы онота алмай йөрөгәнегеҙ бар? Хәҙергеләре гел һылап-һыйпауға ҡорола. 
...Бөгөн Өфөлә, З. Вәлиди исемендәге милли китапханала данлыҡлы ағайыбыҙҙың хәтер кисәһе үтә. Яҙыусылар, журналистар бар. Әлбиттә, таймаҫтар ҙа бында. Ағайыбыҙ ситтә йәшәһә лә, ғүмере буйы Таймаҫынан айырыла алманы, уның һуңғы әҫәре лә шулай атала "Ауылым минең - яҙмышым минең".
Һай, ағай-ағай, ныҡ етмәйһең беҙгә әле, үҙебеҙҙе шулай тоябыҙ: хәс тә "Яғылмаған мейес" алдында ултырғандай, "Ишкәкһеҙ кәмә"лә йөҙөп китеп барғандай, алда беҙҙе "Буш ҡәбер" көткәндәй....
Әле кисә дауам итә. 
Автор:
Читайте нас