

Шағирә Замира Бикбулатова, ҡыҙғаныс, үҙ иҫән сағында китабын ҡулына ала алманы. Шиғырҙары үтемле ине, "Юшатыр"ҙа ла гел баҫылып торҙо.
Иҫмə əле, ел, туҙмале, ел,
Таратма сəстəремде.
Йоҡо ҡаса, таңдар ата,
Белмəйһең хəлдəремде.
Белмəйһең шул хəлдəремде,
Əрнегəн йəндəремде.
Йоҡлай алмай уйлап ятам
Бəхетле мəлдəремде.
Иҫмə əле, ел, туҙмале, ел
Ябынам шəлдəремде,
Тəҙрə сиртһəң, йүгереп килəм,
Һүндермə шəмдəремде.
Үлем үкенесһеҙ булмай, шәме көтмәгәндә һүнде лә ҡуйҙы.
Кисә кис Яҡшымбәт мәҙәниәт йортонда Шағирәнең хәтер кисәһе, яңы ғына сыҡҡан китабы -"Фәрештәләр булып һаҡлармын" - презентацияһы булды.
Ябай ғына әйбер шатлыҡ, икән
Ысын бәхет икән тын алыу
Бит япмаһыҙ йөрөү йылмайыуҙар
Тыуған еркәйеңә таң ҡалыу тип тә яҙғайны Замира Бикбулатова. Был беҙгә - тереләргә - васыят кеүек тә яңғырай.
Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫыла.