Хәтер
16 Декабрь 2023, 07:09

Мәңгелеккә беҙ килмәгән...

...Балалары "Фәрештәләр булып һаҡлармын" тип исемләнгән китабын баҫтырғандар.

Мәңгелеккә беҙ килмәгән...Мәңгелеккә беҙ килмәгән...
Мәңгелеккә беҙ килмәгән...

Уның шиғырҙарын уҡып, моңло йырҙарын тыңлап, ғаиләһе-балалары, туғандары, яҡындары, ижадына битараф булмағандар менән хәтер кисәһе бер тында үтте лә китте. Интернет селтәрендәге “Йөрәгем шәлкемдәре” тип аталған төркөмдә һәм шәхси битендә уның яҙған шиғырҙар йыйынтығы байтаҡ.
Яҙам әле шиғырҙар,
Мәңгелеккә беҙ килмәгән,
Балаларым уҡырҙар,
Шиғырҙарым йөрәктән ярылып сығып,
Шишмәләрҙәй бәреп сыға, тип яҙып ҡуйған ул, уйланырлыҡ...
Был донъяла үҙең менән бер нимәне лә алып китеп булмай. Ләкин, үҙеңдән һуң нимәлер, йә кемделер ҡалдырырға була, тиҙәр, шулай уҡ уйланырлыҡ бит...
Ошо китап эсендә Замирабыҙҙың бөтә уй-кисерештәре, тормошҡа, тәбиғәткә ҡарашы, балаларын, туғандарын, ғаиләһен, дуҫтарын, күршеләрен, ауылын, ауылдаштарын яратыуын шиғыр теҙмәһенә яҙған.
Ул Күмертау ҡалаһында йәшәһә лә, үҫмер-йәшлек йылдары үткән ауылыбыҙҙың мәҙәниәт йортонда үткәрелгән һәр бер сарала әүҙем ҡатнашып, үҙенең яңғырауыҡлы, моңло тауышы менән йырҙарын йырлап, шиғырҙарын уҡып ауылдаштарын һоҡландырҙы...

Рәйлә АҠҺАРОВА, Яҡшымбәт ауылы

Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас