Хәтер
21 Декабря 2023, 08:37

Йондоҙ атылғандай булды ғүмере...

Ҡәҙерле, яратҡан тормош иптәшем, әсәйебеҙ, хәстәрлекле өләсәйебеҙ Хәҙисә Ғайса ҡыҙы АБДРАХМАНОВА, беҙҙе ауыр ҡайғыларға ҡалдырып, мәңгелеккә арабыҙҙан китеп барҙы.

Йондоҙ атылғандай булды ғүмере...Йондоҙ атылғандай булды ғүмере...
Йондоҙ атылғандай булды ғүмере...

Ғүмере йондоҙ шикелле атылып һүнде... Яҡыныбыҙ изге күңелле, асыҡ йөҙлө, бар кешегә лә ярҙамсыл булды, ғаиләһенә ныҡлы терәк, туған йәнле ине.
Һөйөклөбөҙҙө һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, ауыр ваҡытта ҡайғыларыбыҙҙы уртаҡлашҡан, оло ярҙам күрһәткән туғандарыбыҙға, ауылдаштарыбыҙға, күрше ауылдары халҡына, Яҡшымбәт мәктәбе коллективына, “Искра” ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренә, дуҫтарыбыҙға, балаларыбыҙҙың класташтарына, мәрхүмәбеҙҙең класташтарына ихлас күңелдән оло рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙҙең барығыҙға ла Хоҙай ныҡлы иҫәнлек-һаулыҡ бирһен, ғаиләләрегеҙ, туғандарығыҙ имен-һау булһын, ҡайғылар һеҙҙе урап үтһен.
Ғәзиз кешебеҙҙең йәне йәннәттә, урыны ожмахта, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупрағы еңел булһын. Уға арнаған доғаларыбыҙ барып етһен ине.
Мәрхүмәнең балалары, яҡындары исеменән тормош иптәше Рафиҡ Абдрахманов.

Автор:
Читайте нас